+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
5 Февраля 2024, 12:08

Башҡортостанда былтыр рекордлы 3,31 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған

Республикала былтыр 3 миллион 315 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.

Башҡортостанда былтыр рекордлы 3,31 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылғанБашҡортостанда былтыр рекордлы 3,31 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған
Башҡортостанда былтыр рекордлы 3,31 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған

2023 йылда Башҡортостанда рекордлы 3 миллион 315 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

«2022 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 8,3 процент. Яҡшы күрһәткес, ул социаль өлкәнең һәм иҡтисадтың тотороҡлолоғон билдәләй. Хәтерегеҙгә төшөрәм, Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса 2030 йылға беҙ 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә тейешбеҙ», - тине Радий Хәбиров.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа 1,25 миллион квадрат метр һәм 2,05 миллион квадрат метр шәхси торлаҡ төҙөлгән.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-02-05/v-bashkirii-v-proshlom-godu-vvedeny-rekordnye-3-31-mln-kvadratnyh-metrov-zhilya-3630356

Автор:
Читайте нас