+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Февраль 2024, 09:09

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы буласаҡ

Башҡортостанда 11-13 апрелдә яҙғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы, шулай уҡ «Төҙөкләндереү. Инженер системалары» һәм «УралСтройИндустрия» күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Был хаҡта республика хөкүмәте хәбәр итә.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы буласаҡТорлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы буласаҡ
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы буласаҡ

Башҡортостанда 11-13 апрелдә яҙғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы, шулай уҡ «Төҙөкләндереү. Инженер системалары» һәм «УралСтройИндустрия» күргәҙмәләре ойоштороласаҡ. Был хаҡта республика хөкүмәте хәбәр итә.

Саралар өсөн төп майҙансыҡ итеп баш ҡаланың «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексы билдәләнгән. Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы 15 тармаҡ түңәрәк өҫтәле һәм осрашыуҙар көтә, 100-ҙән ашыу спикер һәм 1,4 мең делегат саҡырылған. Форумда проектлау һәм төҙөлөш өсөн TIM-технологиялар һәм ҡарарҙар, ҡала һәм йорт яны территорияларын төҙөкләндереүҙең иң яҡшы тәжрибәләре тураһында фекер алышыу буласаҡ.

Унан тыш, форумда студенттарҙың «Заманса шарттарҙа төҙөлөш һәм биләмәне төҙөкләндереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, төҙөлөш һәм архитектура өлкәһендә студенттар эштәре конкурсы үткәреләсәк.

Сығанаҡ: «Башинформ».

 

Автор:
Читайте нас