+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраль 2024, 05:39

Күгәрсен һәм Ишембай райондары таланттары «Дуҫлыҡ күпере» концертына саҡыра

Хозур тәбиғәтле Күгәрсен һәм Ишембай райондары – таланттарға бай ер. Бөгөн шул бәрәкәтле ерҙә тыуып үҫкән танылған йырсылар, музыканттар, бейеүселәр Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһен биҙәйәсәк. Ә концерт алдынан донъя кимәлендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, башҡорт халҡын киң даирәлә танытҡан шашка спорты оҫталары “Сатраш” уйынын ойошторасаҡ.   

Күгәрсен һәм Ишембай райондары таланттары «Дуҫлыҡ күпере» концертына саҡыраКүгәрсен һәм Ишембай райондары таланттары «Дуҫлыҡ күпере» концертына саҡыра
Күгәрсен һәм Ишембай райондары таланттары «Дуҫлыҡ күпере» концертына саҡыра
Хозур тәбиғәтле Күгәрсен һәм Ишембай райондары – таланттарға бай ер. Бөгөн шул бәрәкәтле ерҙә тыуып үҫкән танылған йырсылар, музыканттар, бейеүселәр Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһен биҙәйәсәк. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мирас Йомағужин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Нәғим Нуриманов, Ришат Бәҙретдинов, Радик Ғәлимйәнов, Ғәлим Кинйәбулатов, Рәфис Ишбаев, Хәйҙәр Нәҙершин, Елена һәм Фәрүәз Миңнебаевтар, Розалия Әхмәтйәнова, Айбулат Ишморатов, Регина Төхвәтуллина, Ләйсән Мәүлетҡолова, Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндарҙың йөрәктәрҙе арбар сығыштары һәр кемдең дә күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ. Йәнде тетрәтер халыҡ көйҙәре, заманса йырҙар, бейеүҙәр, баян, ҡурай моңо аша улар күңелдәргә «дуҫлыҡ күпере» һаласаҡ. Проект авторы - Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов. 

Тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән «Берғамыт» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле (етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәнов) халыҡсан, рухлы бейеүҙәре менән концертҡа бәҫ өҫтәйәсәк. Махсус ҡунаҡ – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллин башҡарыуында илаһи ҡурай моңо яңғыраясаҡ.


Концерт 1 февраль киске сәғәт етелә башлана.  Билетты «Пушкин картаһы» менән һатып алырға мөмкин.
 
Ә концерт алдынан донъя кимәлендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, башҡорт халҡын киң даирәлә танытҡан шашка спорты оҫталары “Сатраш” уйынын ойошторасаҡ. Унда билдәле шашкасы, халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина етәкселегендә автограф-сессия уҙғарыласаҡ.    "Тирә-йүндәге ваҡиғаларҙы анализлау, логик аҡылды үҫтереү, киләсәктә буласаҡ үҙгәрештәрҙе күҙаллау, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе отошло, дөрөҫ ысул менән хәл итеү, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү, еңеү кеүек сифаттарҙы үҫтергән, ныҡлыҡ биргән спорт төрө йәштәребеҙ өсөн айырыуса мөһим”, – ти ойоштороусылар. 

 

Күгәрсен һәм Ишембай райондары таланттары «Дуҫлыҡ күпере» концертына саҡыра
Күгәрсен һәм Ишембай райондары таланттары «Дуҫлыҡ күпере» концертына саҡыра
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас