+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраля 2024, 12:04

Аҫыл ғаилә – ил күрке

 Быйылғы йыл илебеҙҙә, Президент Владимир Путин Указына ярашлы, Ғаилә йылы булараҡ уҙа. Бөгөн республикабыҙҙа Ғаилә йылын асыуға арналған тантаналы сара үтте. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе аҫыл ғаиләләр Өфөгә ошо күркәм байрамға йыйылды.

Аҫыл ғаилә – ил күркеАҫыл ғаилә – ил күрке
Аҫыл ғаилә – ил күрке

 Быйылғы йыл илебеҙҙә, Президент Владимир Путин Указына ярашлы, Ғаилә йылы булараҡ уҙасаҡ. Бөгөн республикабыҙҙа Ғаилә йылын асыуға арналған тантаналы сара үтте. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе аҫыл ғаиләләр Өфөгә ошо күркәм байрамға йыйылды.

Тантанала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, республикабыҙ Хөкүмәте вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм башҡа ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Ҡунаҡтарға видеобәйләнеш аша Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова ихлас тәбрикләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

Башҡортостанда бөгөнгө көндә 59 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй. Уларҙың һаны буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй, тип билдәләп үтте Максим Забелин үҙенең ҡотлау сығышында.

Балаларына матур, лайыҡлы тәрбиә биреүсе өлгөлө ғаиләләргә тантанала дәүләт бүләктәре тапшырылды. Мәҫәлән, илебеҙҙә әсәлек хеҙмәте өсөн иң юғары баһа булып иҫәпләнгән “Герой-әсә” миҙалы менән биш ҡатын-ҡыҙ: Вера Александровна Иванова, Альбина Фәнил ҡыҙы Корнилова, Гөлназ Фаил ҡыҙы Ҡорманаева, Рауза Ғәбдрәүеф ҡыҙы Сафина, Тәнзилә Шәкүр ҡыҙы Шәрипова бүләкләнде. Алты ғаилә: Айгөл һәм Илдар Ғәлиевтар, Регина һәм Рөстәм Дәүләтовтар, Рәзилә һәм Закир Хәмитовтар, Анна һәм Сергей Пантелеевтар, Ғәлиә Дәүләтбаева һәм Аль-Сурури Яхъя Мөхәмәт, Наталья һәм Дмитрий Кормщиковтар “Ата-әсәлек даны” орденының миҙалына лайыҡ булды.

Республикабыҙҙағы күп балалы ғаиләләрҙең Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнашып, еңеү яулауҙары ғорурлыҡ уята. Бөгөнгө сарала, әлбиттә, улар ҙа ҡатнашты, Дипломдар, бүләктәр алып ҡыуанды.

Байрамға килгән ғаиләләр түңәрәк сәй табыны артындағы йылы, ихлас һөйләшеүҙәрҙә үҙҙәренең бәхет сере менән уртаҡлашты.

Булат Маликов фотолары.

 

Аҫыл ғаилә – ил күрке
Аҫыл ғаилә – ил күрке
Аҫыл ғаилә – ил күрке
Аҫыл ғаилә – ил күрке
Аҫыл ғаилә – ил күрке
Аҫыл ғаилә – ил күрке
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас