+30 °С
Болотло
Башҡортостанда февраль айына һауа торошо билдәле булды. Уртаса һауа температураһының -11,7 градустан юғарыраҡ булыуы көтөлә. Яуым-төшөмгә килгәндә, был күрһәткестең нормаға ярашлы булыуы фаразлана.
Өфөлә ай башында ныҡ итеп ҡар яуыуы һәм -1 градусҡаса йылытыуы ихтимал. Февралдең икенсе аҙнаһында төндә-15 градус булһа, айҙың икенсе яртыһынан йәнә йылытасаҡ. Һауа температураһы төндә -5, -7, көндөҙ -1, -3 градус булыуы көтөлә. Шулай уҡ ямғыр ҡатыш епшек ҡар яуыуы мөмкин.
Сығанаҡ: "Башинформ".