+30 °С
Болотло
Яҡташыбыҙ, фехтование буйынса Олимпия чемпионкаһы Аделина Заһиҙуллина Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй Гран-при ярыштарының беренсе этабында еңеүсе булды. Был турала республикабыҙҙың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.
“Һәм йәнә фехтование. Һәм йәнә – еңеү! Аделинаны һәм уның тренеры Егор Поповты ҡотлайым!” – тип яҙа Башҡортостандың спорт министры.
Сығанаҡ: “Башинформ”.