+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Ғинуар 2024, 04:15

Дәүләт милкен ташламалы хаҡҡа ҡуртымға алыу килешеүҙәре һаны артҡан

Был 2022 йыл менән сағыштырғанда 49 процентҡа күберәк.

Дәүләт милкен ташламалы хаҡҡа ҡуртымға алыу килешеүҙәре һаны артҡанДәүләт милкен ташламалы хаҡҡа ҡуртымға алыу килешеүҙәре һаны артҡан
Дәүләт милкен ташламалы хаҡҡа ҡуртымға алыу килешеүҙәре һаны артҡан

2023 йылда Башҡортостанда 113 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм үҙмәшғүлдәр дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн 130 льготалы ҡуртым килешеүе төҙөгән, был 2022 йыл менән сағыштырғанда 49 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Ярҙамдың суммаһы 56 миллион һум самаһы тәшкил иткән.

Льготалы шарттар тәүге өс йылда ҡуртым хаҡынан яҡынса 40-80% ҡуртым аҡсаһын түләүҙе күҙ уңында тота.

Бынан алдараҡ Башҡортостанда дәүләт милкен ҡуртымға алыу буйынса льготалар менән файҙаланған эшҡыуарҙарҙың артыуын хәбәр иткәйнек.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-01-25/v-bashkirii-vyroslo-chislo-dogovorov-lgotnoy-arendy-gosimuschestva-3617695

Автор:
Читайте нас