+30 °С
Болотло
Үҙәк һайлау комиссияһы 24 ғинуарҙа үткән ултырышта Рәсәй президентын һайлауҙа һайлау бюллетене формаһын раҫланы, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары.
Бланктарҙа бер нисә һаҡлау дәрәжәһе, шул иҫәптән һаҡлағыс селтәр һәм махсус марка була. Кандидаттарҙың фамилиялары алфавит тәртибендә күрһәтелә, ҡағыҙ - аҡ төҫтә, алғы яғында йәшел буяу менән һаҡлағыс селтәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан «Башинформ» Рәсәй президентын һайлау тәүге тапҡыр өс көн - 15 марттан 17-һенә тиклем ойошторола.