+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
25 Ғинуар 2024, 03:30

«Башҡортостан вахтаһы» проекты

Республикала «Башҡортостан вахтаһы» проекты эшләй башлай.

«Башҡортостан вахтаһы» проекты«Башҡортостан вахтаһы» проекты
«Башҡортостан вахтаһы» проекты

Республикала «Башҡортостан вахтаһы» проекты эшләй башлай.

Республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванованың һүҙҙәренә ҡарағанда, уның асылы яба: Себергә вахтаға йөрөгән һәм бер ай (кемдер ике-өс) эшләп, һуңынан бер ай өйҙә ял итергә өйрәнгән ир-егеттәргә үҙенең вахтаһын Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендәге вахтаға алмаштырырға тәҡдим ителә.

Ошо хаҡта һөйләшеү вахтасылар менән Бөрө ҡалаһында булды, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Унда Ленара Иванова үҙе һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең башҡарыусы директоры Евгений Семивеличенко ҡатнашҡан. Осрашыуға Бөрө районынан 150 кеше, шул иҫәпән вахтасыларҙың ҡатындары, ауыл биләмәләре башлыҡтары килгән.

Автор:
Читайте нас