Башҡортостанда «Минең шәжәрәм» асыҡ ғилми-тикшеренеү эштәре республика конкурсы эштәрен ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды. Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау конкурстың төп маҡсаттарының береһе булып тора.
2017 йылдан был конкурсты Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһының Милли архивы үткәрә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың октябрендә Өфөнөң 450 йыллығына арналған «Өфө тарихын бергәләп яҙайыҡ!» темаһына сираттағы VII конкурс иғлан ителгәйне.
Башҡортостан Милли архивының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 8-11-се класс уҡыусылары һәм колледж, юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ижади бәйге түбәндәге номинациялар буйынса ойошторола:
Конкурстың положениеһы һәм конкурсты уҙғарыу тураһында бойороҡ менән ошо һылтанмалар буйынса танышырға мөмкин: «Йыл һайын «Минең шәжәрәм» асыҡ ғилми-тикшеренеү эштәре республика конкурсын уҙғарыу тураһында» положение, 2023 йылдың 19 сентябрендәге «Ғилми-тикшеренеү эштәренең VII республика конкурсын уҙғарыу тураһында» бойороҡ.
Конкурс комиссияһы ҡарары менән эштәрҙе ҡабул итеү ваҡыты 2024 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды. Баш ҡаланың йәш тарих белгестәрен ижади бәйгелә әүҙем ҡатнашырға саҡыралар. Ғаризаларҙы һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен ебәреү өсөн электрон адрес: urakaeva.aa@bashkortostan.ru.
Сығанаҡ: «Башинформ».