+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Января 2024, 05:40

Физкультура хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын алыу ябайлаштырылды

Быйылдан һалым ҡайтармаларының лимиты артты, шул иҫәптән һауыҡтырыу хеҙмәттәренә — 120-нән 150 мең һумғаса.

Физкультура хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын алыу ябайлаштырылдыФизкультура хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын алыу ябайлаштырылды
Физкультура хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын алыу ябайлаштырылды

2024 йылдан физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын алыу ябайлаштырылды, тип хәбәр итә «Милли өҫтөнлөктәр» ойошмаһы. Социаль ҡайтарманың бындай төрөн 2022 йылдан үҙең өсөн генә түгел, балаларға ла алырға мөмкин. Иң тәүҙә фитнес-клубтың йәки башҡа учреждениеның Рәсәйҙең Спорт министрлығы төҙөгән исемлектә тороуы шарт. 2024 йылда уға 4088 физкультура-спорт ойошмаһы һәм шәхси эшҡыуар ингән. Ойошмаларҙың күбеһе Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Башҡортостанда, Свердловск өлкәһендә һәм Красноярск крайында урынлашҡан.

Еңелерәк булһын өсөн һалым түләүсенең күрһәтелгән физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сығымдарын раҫлаған бер төрлө документ индерелде. Ул ҡайтармаға хоҡуҡты раҫлаған барлыҡ документтарҙы алмаштыра.

Быйылдан һалым ҡайтармаларының лимиты арттырылды, шул иҫәптән һауыҡтырыу хеҙмәттәренә — 120-нән 150 мең һумғаса.

https://www.bashinform.ru/news/likbez/2024-01-23/v-rossii-uprostili-poluchenie-vycheta-za-fizkulturnye-uslugi-3614651

Автор:
Читайте нас