Башҡортостан вәкилдәренең Ҡаҙағстанға эш сәфәрен республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй.
Делегацияға республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре ингән.
Сәфәр программаһы осрашыуҙар, эшлекле һөйләшеүҙәрҙ, шулай уҡ Ҡаҙағстан – Башҡортостан эшлекле форумында ҡатнашыуҙы үҙ эсенә ала.
Башҡортостан вәкилдәрен аэропортта Ҡаҙағстандың сәнәғәт министры Ҡанат Шарлапаев ҡаршы алды.
"Һүҙҙәрҙе эш менән нығытытыу ниәтендә беҙ йәнә ҙур делегация менән килдек. Беҙҙең менән бергә ҙур бизнес-миссия – сәнәғәт предприятиелары етәкселәре. Иртәгәгә көн ваҡиғаларға бай буласаҡ: Башҡортостандың презентацияһы, B2B форматындағы осрашыуҙар, яңы бәйләнештәр булдырыу ҡаралған. Иң мөһиме, Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм ултырышын үткәрәсәкбеҙ һәм Ҡаҙағстан Республикаһы етәкселеге менән осрашасаҡбыҙ. Тышҡы иҡтисади мәсьәләләрҙе, гуманитар хеҙмәттәшлекте, туризмды, элемтә инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләрен ҡараясаҡбыҙ. Ғөмүмән, ҙур һәм бик тығыҙ программа ҡаралған”, - тине Радий Хәбиров осрашыуҙар башланыр алдынан журналистар менән әңгәмәһендә, тип билдәләнә Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.