+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ғинуар 2024, 05:07

Яҡташыбыҙ һуҡырҙар спортында бер алтын һәм ике көмөш миҙал яуланы

Башҡортостан саңғысыһы һуҡырҙар спортында финишҡа беренсе булып килде.

Яҡташыбыҙ һуҡырҙар спортында бер алтын һәм ике көмөш миҙал яуланыЯҡташыбыҙ һуҡырҙар спортында бер алтын һәм ике көмөш миҙал яуланы
Яҡташыбыҙ һуҡырҙар спортында бер алтын һәм ике көмөш миҙал яуланы

Башҡортостан саңғысыһы Максим Яншаев биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында — һуҡырҙар спортында бер алтын һәм ике көмөш миҙал яуланы. Республиканың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, турнир Ижевскиҙа үтте, наградалар өсөн илдең ун төбәгенән 100-гә яҡын спортсы көс һынашты.

Максим Яншаев (спортсыны оҙатып йөрөүсе Александр Потапов) классик стилдә (5 саҡрым), классик стилдә (спринт) һәм ирекле стилдә (10 саҡрым) сығыш яһаны.

Шулай уҡ Рәсәй кубогында, Рәсәй беренселегендә, Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр ярыштарында наградалар уйнатылды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-01-22/lyzhnik-iz-bashkirii-finishiroval-pervym-v-sporte-slepyh-3613044

Автор:
Читайте нас