+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ғинуар 2024, 03:15

Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Ҡаҙағстанға юллана

Бөгөн, 23 ғинуарҙа, Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға юллана. 

Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Ҡаҙағстанға юлланаРадий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Ҡаҙағстанға юллана
Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Ҡаҙағстанға юллана

Бөгөн, 23 ғинуарҙа, Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға юллана. 

Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

Шулай уҡ ҙур бизнес-делегация составында 70 предприятие (сәнәғәт һәм ауыл хужалығы) вәкилдәре, 50 бәләкәй һәм урта бизнес вәкиле бар (улар өсөн айырым программа, «Ҡаҙағстан-Башҡортостан» бизнес-форумы әҙерләнгән). Ҡаҙағстандың 400 предприятиеһы вәкилдәре, шулай уҡ Ҡаҙағстан президенты һәм хөкүмәт башлығы менән осрашыуҙар ҡаралған.

Рөстәм Моратов Рәсәй менән Ҡаҙағстандың иҡтисади хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләрен дә әйтеп үтте. 2023 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше 3,1% артып, 440 миллион долларға еткән. Шул уҡ ваҡытта экспорт поставкалары 365 миллион долларҙан күберәк тәшкил иткән.

Билдәле булыуынса, 2024 йылда Өфөлә Башҡортостан менән Рәсәйҙең ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы ойошторола.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас