+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ғинуар 2024, 03:20

Кескәйҙәр үлеме кәмегән

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала әсә һәм бала һаулығын һаҡлау буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.

Кескәйҙәр үлеме кәмегәнКескәйҙәр үлеме кәмегән
Кескәйҙәр үлеме кәмегән

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала әсә һәм бала һаулығын һаҡлау буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.

Башҡортостанда 1 йәштән 17 йәшкә тиклемге 899 159 үҫеп килгән быуын вәкиле йәшәй. 2023 йылда балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең 98 проценты профилактик тикшереү үткән. Уларҙа йышыраҡ тын алыу юлдары, аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары һәм күҙ ауырыуҙары асыҡланған.

2023 йылда 3,6 меңдән ашыу бала махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы медицина ярҙамын - республика клиникаларында, ә 1,7 мең пациент федераль медицина ойошмаларында алған.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков хәбәр итеүенсә, былтыр Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары район дауаханаларында дауаланған балалар өсөн телекүпер аша 1472 видеоконсультация үткәргән.

Күрелгән саралар 2023 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесен ете процентҡа кәметергә булышлыҡ иткән. Күңелһеҙ был һан 1 000 тыуған сабыйға 3,9 осраҡ тәшкил иткән.

Автор:
Читайте нас