+30 °С
Облачно
Үткән йылдың аҙағында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең 2024-2028 йылдарҙа үҙгәреү индексы раҫланғайны.
Башҡортостан өсөн был күрһәткес 10,9 процент кимәлендә билдәләнгән.
«Өфө һыу каналы» предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетының 2023 йылдың 13 декабрендәге ҡарары нигеҙендә 2024 йылға һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү хеҙмәттәре өсөн хаҡ раҫланған. Халыҡ өсөн эсәр һыуҙың бер кубометры 30,79 һумдан 35,10 һумға тиклем ҡиммәтләнә. Хаҡтар 1 июлдән арта.