+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Января 2024, 07:03

Яҡташыбыҙ биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында көмөш призер булды

Бынан алдараҡ Эдуард Латипов Чайковскийҙа суперспринтта биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал алғайны.

Яҡташыбыҙ биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында көмөш призер булдыЯҡташыбыҙ биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында көмөш призер булды
Яҡташыбыҙ биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында көмөш призер булды

Башҡортостан спортсыһы Антон Бабиков Ижевскиҙа биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында көмөш призер булды. Атлет спринтта икенсе урынды алды, тип хәбәр итте республиканың биатлон буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Виктор Никитин.

«Бөгөн Антон үҙенең яҡшы әҙерлеген күрһәтте, бер тапҡыр ғына яҙа атты. Эдуард Латипов етенсе булып килде, ете тапҡыр хаталанды. Афарин, егеттәр, ярыш өсөн рәхмәт! Уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ», - тине тренер үҙенең спортсылары хаҡында.

Бынан алдараҡ Эдуард Латипов Чайковскийҙа суперспринтта биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал алғайны.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-01-21/anton-babikov-stal-serebryanym-prizerom-etapa-kubka-rossii-po-biatlonu-3611224

Автор:
Читайте нас