+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Января 2024, 03:00

Студенттар кампусында эштәр йылдам бара

Өфөләге вуз-ара студенттар кампусының беренсе сиратын төҙөү декабрь аҙағында тамамланғайны.

Студенттар кампусында эштәр йылдам бараСтуденттар кампусында эштәр йылдам бара
Студенттар кампусында эштәр йылдам бара

Өфөләге вуз-ара студенттар кампусының беренсе сиратын төҙөү декабрь аҙағында тамамланғайны.

Әле, графикҡа ярашлы, Өфө дәүләт нефть техник, Өфө фән һәм технологиялар һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттарының ғилми лабораториялары, «Берлога» киберфизика инновациялары оҫтаханаһы, «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге уҡыусылары өсөн лаборатория ҡорамалдарын монтажлау бара, ҡуртымға алыусыларҙың майҙансыҡтары төҙөкләндерелә.

Үткән аҙна аҙағында Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров кампус төҙөлөшөнә ҡағылышлы объектта юғары уҡыу йорттары, профилле ведомстволар вәкилдәре, индустриаль партнерҙар һәм архитекторҙар менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе, эштәр барышы буйынса күрһәтмәләр бирҙе.

Автор:
Читайте нас