+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Ғинуар 2024, 03:30

Утта балалар ғүмере өҙөлгән

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәтән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  бөгөн төндә Мишкә районының Лепешкино ауылында аяныслы фажиғә теркәлгән.

Утта балалар ғүмере өҙөлгәнУтта балалар ғүмере өҙөлгән
Утта балалар ғүмере өҙөлгән

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәтән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  бөгөн төндә Мишкә районының Лепешкино ауылында аяныслы фажиғә теркәлгән.

Төнгө икеләр тирәһендә ауылдың Үҙәк урамында урынлашҡан шәхси йортта сыҡҡан янғында өс һәм дүрт йәшлек ике баланың ғүмере ҡыйылған.

Янғын башланған саҡта өйҙә өс бәләкәй балаһы менән әсәй кеше була. Тауыштан уянып киткән ҡатын ете айлыҡ бәпесен ала ла, тышҡа йүгереп сыға. Был саҡта өйҙө төтөн баҫа һәм ул ныҡлап яна башлай. Ирекле янғын командаһы һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килгәндә, йортто ут тулыһынса ялмап алған була.

Янғынды һүндереүҙә 24 кеше һәм ун берәмек техника ҡатнаша. Әлеге ваҡытта уның сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Автор:
Читайте нас