+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Января 2024, 06:30

Телефон аша аҡса талауҙар дауам итә

Иҫкәртеүҙәргә ҡарамай, телефон аша мутлашыусылар ҡорбандарының һаны көн дә арта бара.

Телефон аша аҡса талауҙар дауам итәТелефон аша аҡса талауҙар дауам итә
Телефон аша аҡса талауҙар дауам итә

Иҫкәртеүҙәргә ҡарамай, телефон аша мутлашыусылар ҡорбандарының һаны көн дә арта бара.

Сибай ҡалаһынан 84 йәшлек инәйгә йорт телефонына ир кеше шылтырата. Ул ҡәтғи тауыш менән, туғанығыҙ юл-транспорт фажиғәһенә тарыны, уны ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн аҡса кәрәк, ти. Ярты сәғәттән ҡатындың өйөнә курьер килә, хужабикә уға әҙерләп ҡуйған 190 мең һум аҡсаһын тоттора.

Әле был хәл буйынса тикшереү бара.

Аферистар кешенең хис-тойғоһона оҫта баҫым яһай, ҡорбанына уйларға, кемгәлер шылтыратырға ваҡыт ҡалдырмай.

Алданмаҫ өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тотоу кәрәк:

- таныш булмаған номерҙан шылтыратһалар, телефонығыҙҙы алмағыҙ;

- ниндәй генә хәйлә уйлап тапһалар ҙа, хәл-ваҡиғаны тикшерергә тырышығыҙ;

- бәләгә тарығын яҡынығыҙға үҙегеҙ шылтыратып, хәлгә асыҡлыҡ индерегеҙ.

Автор:
Читайте нас