+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Ғинуар 2024, 07:23

Коронавирус йоҡтороусылар кәмей

Республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә коронавирус 145 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ковид йоҡтороу осраҡтары көндән-көн кәмей бара. Мәҫәлән, кисә инфекция – 151, өсөнсө көн – 172, 16 ғинуарҙа 199 яҡташыбыҙҙа асыҡланғайны.

Коронавирус йоҡтороусылар кәмейКоронавирус йоҡтороусылар кәмей
Коронавирус йоҡтороусылар кәмей

Республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә коронавирус 145 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ковид йоҡтороу осраҡтары көндән-көн кәмей бара. Мәҫәлән, кисә инфекция – 151, өсөнсө көн – 172, 16 ғинуарҙа 199 яҡташыбыҙҙа асыҡланғайны.

Бөгөнгө көндә 131 сырхау дауаханала ята, шуларҙың 86-һы – 60 йәштән өлкәнерәк. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 2127, 898-е – өлкән йәштәге ханымдар һәм уҙамандар.

Тәүлек эсендә коронавирустан һауығыусылар – 88.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас