Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағында Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асыла. Ул күп параметрҙар буйынса үҙенсәлекле. Был турала Радий Хәбиров кәңәшмәлә белдерҙе. Яңы Онкология һәм гематология үҙәге медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса стандарттарына тап килә. Корпуста йөҙгә яҡын урынлыҡ койка фонды булдырылған. Заманса үҙәк кескәй пациенттарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе арттырырға мөмкинлек бирә. Унда онкология ярҙамының барлыҡ төрҙәре күрһәтеләсәк. Был турала Радий Хәбиров кәңәшмәлә белдерҙе. Медицина үҙәгендә тәүге операциялар үткәрелә башлаған.