Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусында киберфизика инновациялары оҫтаханаһы асыла.
Ул кампустың IQ-паркына ҡараған 15-се ҡатында урынлаша. “Берлога” оҫтаханаһына бер нисә эш зонаһы – пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу, программалау һәм файҙаланыу өсөн майҙансыҡ, файҙалы уйындар әҙерләү лабораторияһы һәм киберфизика мастерскойы инә.
Юғары кимәл инженерҙар һәм квалификациялы эшселәр етешмәгән шарттарҙа «Берлога» милли киберфизика платформаһы килеп тыуған ошо проблеманы хәл итеүгә йүнәлеш тота. Милли киберфизик платформаға таянып, Башҡортостанда киберспортты әүҙем үҫтерергә ниәтләйҙәр. Республика буйынса балалар өсөн 90-дан ашыу технологик түңәрәк асылған, остаздар махсус әҙерлек үткән, яңы белем биреү программалары әҙерләнгән.