+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
17 Ғинуар 2024, 03:05

Форумда һәр кем ҡатнаша ала

“Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар” IV Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың 31 ғинуарына тиклем ғаризалар бирергә мөмкин.

Форумда һәр кем ҡатнаша алаФорумда һәр кем ҡатнаша ала
Форумда һәр кем ҡатнаша ала

“Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар” IV Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың 31 ғинуарына тиклем ғаризалар бирергә мөмкин.

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле Башҡортостан кешеләре унда ҡатнашыу өсөн 753 проект тәҡдим иткән.  

Дүртенсе тапҡыр уҙғарылған сара Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан ойошторола һәм Рәсәй суверенитетын нығытыуға һәм милли маҡсаттарға өлгәшеүгә тос өлөш индерәсәк проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Быйыл форумды ойоштороуҙа “ВЭБ.РФ” дәүләт үҫеш корпорацияһы ярҙам итте.

Форумда ҡатнашыу өсөн түбәндәге йүнәлештәр буйынса идеялар ебәрергә мөмкин:

- Халыҡтың йәшәү сифаты;

- Иҡтисадты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү;

- Тормош өсөн киңлек;

- Һөҙөмтәле хеҙмәт һәм мәғариф;

- Технологик үҫеш;

- Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм һанлы ҡарарҙар;

- Һөҙөмтәле дәүләт.

Автор:
Читайте нас