+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
17 Ғинуар 2024, 02:35

Ҡаҙағстан менән иҡтисади бәйләнеш нығый

Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүе буйынса, уҙған йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән үҙ-ара тауар әйләнеше 3,1% артҡан.

Ҡаҙағстан менән иҡтисади бәйләнеш нығыйҠаҙағстан менән иҡтисади бәйләнеш нығый
Ҡаҙағстан менән иҡтисади бәйләнеш нығый

Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүе буйынса, уҙған йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән үҙ-ара тауар әйләнеше 3,1% артҡан.

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Ҡаҙағстан өсөнсө урынды биләй. Күрһәткес 10,95 процент тәшкил итә. Ҡаҙағстанға башлыса аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, минераль һәм машиналар эшләү продукцияһы оҙатыла.

«Беҙ республикаларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҫтерергә һәм бизнес-миссия барышында һөҙөмтәле эшләргә ниәтләйбеҙ. 24-25 ғинуарҙа республиканың рәсми һәм эшлекле делегацияһы Ҡаҙағстанға сәфәргә юллана. Экспортҡа йүнәлеш алған төбәк эшҡыуарҙары өсөн был - яңы эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн шәп мөмкинлек», —  ти министр Маргарита Болычева.

Автор:
Читайте нас