Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Рәсәйҙә етештерелгән тауар балының 10,5 проценты Башҡортостанға тура килә.
Ә Волга буйы федераль округы буйынса был күрһәткес - 30,7 процент.
2023 йылда республика умартасылары 6 мең тонна бал алған. Мишкә һәм Ғафури райондары иң алда бара. Улар иҫәбендә - 300 тоннаға яҡын татлы продукция. Нуриман, Дүртөйлө һәм Благовещен райондары 268 тоннанан алып 226 тоннаға тиклем бал етештерелгән.
Башҡортостанда түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса, республиканың 70-тән ашыу умартасыһы Россельхознадзор системаһында солоҡ балын етештереүселәр булып рәсми теркәлгән. Уҙған йылда төбәктә бөтәһе 2 390 самаһы солоҡ бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнгән – был 2022 йылғы кимәлдән 1,5 тапҡырға юғарыраҡ. Солоҡ балын етештереү күләме 1,5 тоннаға артҡан һәм 7 тоннанан ашыу тәшкил иткән. 2023 йылда түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереүгә 6,9 миллион һум йүнәлтелгән.
“Башҡорт балы” брендын артабан популярлаштырыу маҡсатында 2024 йылдың йәйендә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында тәүге тапҡыр “Бал фестивале” уҙғарыу ҡарала, тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов кисә Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еткселегендә үткән оператив кәңәшмәлә.