Рәсәй төбәктәре араһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам күрһәтеү өсөн Президент гранттарын йәлеп итеү күләме буйынса Башҡортостан алдынғылар иҫәбенә инде.
12 ғинуарҙа үткән Граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн дәүләт башлығы гранттарын тапшырыу буйынса координация комитеты конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Унда төбәктәрҙән ҡабул ителгән 10 827 йәмәғәт башланғысы ҡаралды. Комитет 1 559 социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын еңеүсе тип тапты. Уларға Президент гранттары фонды 4,4 миллиард һум аҡса бүлә.
Башҡортостандан дөйөм хаҡы 65,8 миллион һумлыҡ 46 башланғыс Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды. Шулай уҡ республика төбәк конкурсын финанслауға 90,3 миллион һум алды.