+30 °С
Болотло
Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн булдырылған «Башҡортостан Республикаһында уңайлы мөхит» дәүләт программаһы раҫланды. Тейешле ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Программа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе йәмғиәткә яраҡлаштырыуға һәм уларҙың йәшәү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ иткән хоҡуҡи, иҡтисади һәм башҡа шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде.
Сығанаҡ: «Башинформ».