+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Января 2024, 05:00

Вуз-ара кампустың әйҙәүсе саҡырыуы раҫланды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профилле ведомстволар һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән кәңәшмәлә вуз-ара студенттар кампустың брендбугы, йәғни маркетинг асылы хаҡында һөйләне.

Вуз-ара кампустың әйҙәүсе саҡырыуы раҫландыВуз-ара кампустың әйҙәүсе саҡырыуы раҫланды
Вуз-ара кампустың әйҙәүсе саҡырыуы раҫланды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профилле ведомстволар һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән кәңәшмәлә вуз-ара студенттар кампустың брендбугы, йәғни маркетинг асылы хаҡында һөйләне.

Ул кампусының «U» хәрефле логотибы вариантын хупланы.

- «Үҙ юлыңды башла» слоганы, йәғни әйҙәүсе саҡырыуы студенттар кампусының фән һәм мәғарифтың төрлө йүнәлештәре буйынса өр-яңы инновацион мөхит булдырыусы позицияһын сағылдыра. Кампус бөтә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү урынына әйләнергә тейеш, - тип билдәләне Республика Хөкүмәте Премьер-министры.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар уҙған йылдың декабрендә асылған IQ-паркты ҡараны. Унда эскалаторҙар, лифтар ебәрелгән, 14 метрлы мультимедиялы экран ҡуйылған.

Комиссия юғары уҡыу йорттарының бында урынлаша башлауы алдынан кампустың биҙәлешен һәм биналарҙың әҙерлеген баһаланы. Премьер-министр ғалимдарҙың анимация роликтарындағы 3D-моделен еренә еткереп эшләргә һәм кампустың беренсе сираты биналарында навигация урынлаштырыуҙы тәьмин итергә ҡушты.

Кампус Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы һәм «Фән һәм университеттар» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында төҙөлә. Өфө капмусы проекты – 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән ятаҡтарҙы, уҡыу-фәнни комплексын, лабораторияларҙы, эшлекле зонан, магазиндарҙы, матур скверҙарҙы, ҡулай башҡа ҡала мөхитен үҙ эсенә алған майҙан ул.

Автор:
Читайте нас