Республика Хөкүмәтенең рәсми сайтында, Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычеваның һүҙҙәренә таянып, күрше Силәбе өлкәһе менән мәҙәни бәйләнештәрҙең ныҡ булыуы тураһында яҙалар.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат йортонда үткән тантанала «Ватандаш» журналы һәм «Башҡортостан» гәзите лауреаттары булған Силәбе өлкәһенән ике башҡорт яҙыусыһы бүләкләнде, тиелә унда. Министр шулай уҡ Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙарының ижады тыуған төйәгенән тыш, сит илдәрҙә лә юғары баһалана, мәҫәлән, Минскиҙа Яҙыусылар паркында хәҙер күренекле башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина иҫтәлегенә ҡайын үҫә, тип билдәләп үтә.
- Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән әҙәбиәтселәргә ярҙам күрһәтә. Бөгөн республика баҫмалары Силәбе өлкәһе авторҙарының ижадын баҫтырыу өсөн асыҡ. Баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре «Аҡбуҙат», «Аманат», «Ватандаш» журналдарында, «Башҡортостан» гәзитендә махсус һандар һәм ҡушымталар сығарҙы. Республика «Китап» нәшриәтенең 2024 йылғы баҫмалар планына Силәбе авторҙарының бер нисә китабы индерелгән. Оҙаҡламай уларҙың нәшерләнеүен күрербеҙ. Бынан тыш, төбәк һәм район китапханаларын башҡорт телендәге ваҡытлы матбуғат продукцияһы менән тәьмин итеү планлаштырылған, - ти Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.
Рәшит Хәкимов «Ватандаш» журналының биш һанында баҫылып сыҡҡан һәм башҡорт мәғрифәтсеһе, дин әһеле, сәйәси, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы Ҡорбанғәлиевтең тормошона арналған «Япон-мулла йәки имамдың ауыр юлы» тарихи романы өсөн лауреат исемен алды.
Силәбе өлкәһенең Сосновка районынан яҙыусы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Урал Ҡолошовты Силәбе өлкәһендә башҡорт тарихын, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан» гәзите билдәләне.