+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Ғинуар 2024, 04:00

«Ҡарһылыуҡай-2024» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

«Ҡарһылыуҡай-2024» Бөтә Рәсәй конкурсында 16-35 йәшлек гүзәл заттар ҡатнашты. Уның финалы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙҙы.

«Ҡарһылыуҡай-2024» конкурсы еңеүселәре билдәле булды«Ҡарһылыуҡай-2024» конкурсы еңеүселәре билдәле булды
«Ҡарһылыуҡай-2024» конкурсы еңеүселәре билдәле булды

«Ҡарһылыуҡай-2024» Бөтә Рәсәй конкурсында 16-35 йәшлек гүзәл заттар ҡатнашты. Уның финалы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙҙы.

Унда Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Башҡортостандың башҡа райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән 12 Ҡарһылыу «Визит карточкаһы»нда, «Ижади номер»ҙа, «Кейем дефилеһы»нда үҙҙәренең һәләтен күрһәтте.

Бәйгелә Әбйәлил районынан Зарина Йәнбирҙина еңеп сыҡты. Ноябрҙә ул Мәскәүҙә «Мисс Европа» исемен алды, тыуған районында балалар моделдәр мәктәбендә уҡыта, бәләкәй балалар тәрбиәләй. Яңы йылдың Ҡарһылыуҡайы 100 мең һум аҡса һәм айфон менән бүләкләнде.

Беренсе урынға Иглин һылыуҡайы Эвелина Фәйрушина лайыҡ булһа, икенселә — Учалы районының Илсеғол ауылынан Миләүшә Баязитова, ә өсөнсө вице-при исемен «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының  «Тамыр» студияһы алып барыусыһы Азалия Хөсәйенова яуланы.

Конкурста 5-15 йәшлек Ҡарһылыуҙар ҙа ҡатнашты. Сара барышында улар ҡатнашлығында ҡыҫҡа метражлы яңы йыл комедиялары күрһәтелде.

Конкурсты ойоштороусы — «Һомай» студияһы проекттары» берләшмәһе һәм Башҡорт КВН лигаһы.

 

Автор:
Читайте нас