+30 °С
Болотло
2024 йылдың тәүге 8 көнөндә Башҡортостанда 575 бала донъяға килгән, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова Башҡортостан юлдаш телеканалының "Сәләм" тапшырыуы тура эфирында.
Студия ҡунағы билдәләүенсә, 1-8 ғинуарҙа тыуған балалар араһында 10 игеҙәк бар.
"Белгестәребеҙ өсөн Яңы йыл төнө ғәҙәти режимда үтте. Йыл башында бик күп сабый донъяға ауаз һалды. Ата-әсәләрҙе һәм коллегаларыбыҙҙы һөйөндөрөр өсөн, Яңы йыл төнөндә тыуған балаларҙы сағыу биҙәкле юрғандарға төрҙөк", – тине ул.
Сығанаҡ: "Башинформ".