Владимир Путиндың https://putin2024.ru сайтында хәбәр ителеүенсә, Президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың үҙәк һайлау штабы рәйестәше Владимир Машков буласаҡ һайлауҙарҙа ышаныслы кешеләргә тәүге танытмалар тапшырған.
Таныҡлыҡтарҙы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш трансплантологы Сергей Гаутье, балет артисы Сергей Полунин, летчик-космонавт Сергей Крикалев, «Беҙ Рәсәй менән бергә» хәрәкәте рәйесе Владимир Рогов, Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты етәксеһе Юлия Белехова һәм башҡалар алды.
Владимир Путиндың ышаныслы кешеләре исемлегенә бөтәһе 346 кеше ингән. Шул иҫәптән унда Башҡортостандан хирург, профессор, медицина фәндәре докторы Вил Тимербулатов һәм Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров та бар.
Рәсәйҙә Президент һайлауҙары 2024 йылдың мартында үтә. Төп тауыш биреү 15 марттан 17 мартҡа тиклем дауам итә.