+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
10 Ғинуар 2024, 03:45

Мәскәүҙә Башҡортостандың спорт аҙналығы үтә

Бөгөн Мәскәүҙә ВДНХ комплексында барған «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостандың «Спорт еңеүҙәренә 100 йыл» аҙналығы асылды, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Мәскәүҙә Башҡортостандың спорт аҙналығы үтәМәскәүҙә Башҡортостандың спорт аҙналығы үтә
Мәскәүҙә Башҡортостандың спорт аҙналығы үтә

Бөгөн Мәскәүҙә ВДНХ комплексында барған «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостандың «Спорт еңеүҙәренә 100 йыл» аҙналығы асылды, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Республиканың Спорт министрлығы ойошторған тематик аҙна 14 ғинуарға тиклем эшләй. Унда республикабыҙҙың билдәле спортсылары  Тимур Сафин, Аделина Заһиҙуллина, Азалия Әминева, Эльбрус Ниғмәтуллин, Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Рима Баталова һәм башҡа чемпиондар ҡатнаша.

Күргәҙмәлә Башҡортостан Республикаһының Олимпия мираҫын, клубтарҙы, командаларҙы күреп баһаларға, республика спортсылары, олимпия һәм паралимпия чемпиондары менән шәхсән танышырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас