+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
9 Ғинуар 2024, 04:15

Көндәр 37 градусҡа тиклем һыуыта

Ҡайһы бер райондарҙа ошо көндәрҙә һауа температураһы төндә -37 градусҡаса етеүе мөмкин.

Көндәр 37 градусҡа тиклем һыуытаКөндәр 37 градусҡа тиклем һыуыта
Көндәр 37 градусҡа тиклем һыуыта

Ҡайһы бер райондарҙа ошо көндәрҙә һауа температураһы төндә -37 градусҡаса етеүе мөмкин.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда тәүге эш аҙнаһында ҡаты һыуыҡтар көтөлә.

Бөгөн, 9 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә урыны менән 32 градусҡаса тиклем һыуытты. Көндөҙ 16-21 градус һалҡын, урыны менән 26 градусҡа тиклем һыуыҡ була.

Шаршамбыла, 10 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -26, -31, көньяҡ буйынса -21 градус була, көндөҙ -20, -25 һыуыҡ көтөлә.

Кесе йомала, 11 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -32, -37 градус, урыны менән минус 27 градусҡа тиклем. Көндөҙ -22, -25 һыуыҡ булыуы ихтимал.

Автор:
Читайте нас