

23 декабрҙә Башҡортостанда 2024 йылдың мартында үтәсәк Президент һайлауына Владимир Владимирович Путиндың күрһәтелеүен хуплап ҡултамғалар йыйыу башланды.
Тауыш биреүҙәр өс көн – 15 марттан 17-һенә тиклем дауам итәсәк. Владимир Путин һайлауҙа үҙ-үҙен күрһәтеүсе булараҡ ҡатнашырға ҡарар иткәнлектән, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһындағы законға ярашлы, уға Үҙәк һайлау комиссияһына үҙен хуплаған 300 мең кешенең ҡултамғаһын тапшырырға кәрәк.
Башҡортостанда ҡултамғалар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Белоретта, Бөрөлә, Октябрьскийҙа, Шишмәлә, Нефтекамала, Ағиҙелдә, шулай уҡ башҡа ҡала һәм райондарҙа йыйыла. Ҡултамғаларҙы республикабыҙҙың битараф булмаған граждандары – волонтерҙар һәм ирекмәнлек хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар, йәштәр ойошмалары әүҙемселәре, шул иҫәптән Йәш Гвардия, Рәсәй студенттар отрядтары, Йәштәр сәйәсәте лигаһы, Еңеү Волонтерҙары, БашРегионСпас, Рәсәй Йәштәр союзы ағзалары һәм башҡалар туплай.
“Ватан һаҡсылары” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ошо тарихи мәл тураһында үҙ фекерен белдереп, былай тине:
– Мин илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путиндың, үҙ кандидатураһын күрһәтеп, дәүләт Башлығын һайлауҙа ҡатнашырға ҡарар итеүен, һис шикһеҙ, хуплайым. Ул – илебеҙҙең ысын лидеры. Бөйөк тарихлы ғәйәт ҙур илебеҙҙә йөҙләгән милләттәр татыу, килешеп ғүмер кисерә. Һәм Президентыбыҙҙың бер кемгә лә тарихты боҙоп күрһәтеп, яңынан яҙыуға, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын онотоуға юл ҡуймауы барыбыҙ өсөн дә бик мөһим.
“Ватан һаҡсылары” Дәүләт фондын ойоштороу – уҙып барыусы йылдың мөһим ваҡиғаларының береһе. Был иһә батырҙарыбыҙға оло иғтибар бирелеүе һәм ил мәнфәғәттәре һағына баҫыусыларҙы Рәсәйҙең сикһеҙ хөрмәт итеүе хаҡында һөйләй.