

Башҡортостанда “Шыршы аҫтындағы бүләктәр” хәйриә акцияһы башланды. Ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Акция сиктәрендә ломаябарьеры.рф сайтында ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтеүселәр Яңы йылға ихлас теләктәр менән ҡотлау аласаҡ.
– Хәйриә акцияһы бик ваҡытлы башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә 2024 йылды Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы тип иғлан итте. Әгәр һаулыҡ үҙенсәлектәре булған балаларға ярҙам итергә теләйһегеҙ, ләкин быны нисек эшләргә белмәйһегеҙ икән, әлеге акция – һеҙҙең өсөн. Мин дә акцияла ҡатнаштым, Яңы йыл теләктәремде түбәндәге һылтанма аша күрә алаһығыҙ: https://youtu.be/wDRUsQ0_hws. Әйҙәгеҙ, кәртәләрҙе бергәләп емерәйек! – тип саҡырҙы республикабыҙҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
– Йыл һайын уҙғарылған «Шыршы аҫтындағы бүләктәр» акцияһы темаһын быйыл «супергерой» һәләттәре менән бәйләргә ҡарар ителде. Балаларыбыҙға суперҡеүәтле булырға ярҙамлашҡан һәр кем – «супергерой». Әйҙәгеҙ, һаулыҡ үҙенсәлектәре булған һәм логопед, психолог, дефектолог, вокал уҡытыусыһы менән шөғөлләнеүгә мохтаж 30 балаға ярҙам итәйек. Был иһә уларҙың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк, – тине акцияны ойоштороусы, «Кәртәләрҙе емереп» үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алина Хәбирова.
Үҙәк сайтына https://ломаябарьеры.рф/help/ һылтанмаһы аша үтеп һәм үҙегеҙ өсөн ҡулай сумманы һайлап, ҡыҙыл төймәгә баҫһағыҙ, был балаларға суперҡеүәтле булырға ярҙам итәсәкһегеҙ. Шәфҡәтегеҙгә яуап итеп Үҙәк дуҫтарының ихлас Яңы йыл теләктәрен ишетерһегеҙ. Улар араһында билдәле эшҡыуарҙар, власть органдары вәкилдәре, спортсылар, артистар һәм телевидение йондоҙҙары бар. Акцияла ҡатнашыу хаҡында ентекләберәк Алина Хәбированан белешергә мөмкин (+7-917-741-80-69).
«Кәртәләрҙе емереп» үҙәге эшмәкәрлеге Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.