+30 °С
Болотло


Башҡортостанда йыл һайын 500-ҙән ашыу кеше “Рәсәйҙең почетлы доноры” знагына лайыҡ була.
Бөгөнгө көндә республикала был мәртәбәле наградаға йәмғеһе 12 366 донор эйә, тип белдерә Башҡортостан Башлығы хакимиәте еткәсеһе Максим Забелин үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.
Баҡһаң, ул үҙе лә донор икән. Республика буйынса йылына 75 меңгә яҡын ҡан алыу процедураһы үткәрелә.