

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 25 декабрҙә республикала «Ватан көсө» форумын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указдан күренеүенсә, сара башҡортостандарҙы һәм унан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы берләштереү, республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итеү, быуындар араһында рухи бәйләнеште нығытыу маҡсатында ойошторола. Форум 2024 йылдың 27-28 апрелендә буласаҡ.
Оло форумға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды. Указдың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенә йөкмәтелде.
Сығанаҡ: «Башинформ».