

27 декабрь төнөндә хөрмәтле коллегабыҙ, билдәле журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Ришат Фәтхилислам улы Миндияров арабыҙҙан китте. Ришат Фәтхинислам улы ғүмеренең байтаҡ өлөшөн журналистикаға бағышлай, был һөнәргә тоғро һәм намыҫлы хеҙмәт итә. Радиола 1991 йылда, Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө курс студенты булған сағында, эш башлай. Юлдаш каналын булдырыу башланғысында тора, башҡорт телендә көнүҙәк темаларға тапшырыуҙар алып бара. Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында «Сәләм» телепрограммаһының авторы һәм алып барыусыһы, республиканың төп телеканалында мәғлүмәт программалары редакцияһының баш мөхәррире була. 2016 йылда Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә күсә. Ул беҙҙең күңелдәрҙә намыҫлы, әҙәпле, принципиаль, яуаплы, иғтибарлы, юғары кимәлдәге профессионал, ҡәләм оҫтаһы, ысын журналист булып хәтерҙә һаҡланасаҡ.
Ришат Фәтхинислам улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.