+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Декабрь 2023, 04:30

Юлдарҙа махсус рейдтар башлана

Ошо көндәрҙә хеҙмәт коллективтарында Яңы йыл алды корпоративтары үтә.  

Юлдарҙа махсус рейдтар башланаЮлдарҙа махсус рейдтар башлана
Юлдарҙа махсус рейдтар башлана

Ошо көндәрҙә хеҙмәт коллективтарында Яңы йыл алды корпоративтары үтә.  

Республиканың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов белдереүенсә, бөгөн «Иҫерек водитель» иҫкәртеү рейды башлана. Уның маҡсаты – иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау.

Был көндәрҙә Дәүләт автоинспекцияһы төнгө ваҡытта иҫерек водителдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән юл-патруль хеҙмәте нарядтарының һанын арттыра.

Ағымдағы йылда эскән водителдәр ҡатнашлығында 395 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 113 кешенең, шул иҫәптән 1,5 йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән, 451-е төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған.

Автор:
Читайте нас