+30 °С
Облачно


Күмертау хакимиәте башлығы итеп ҡала советы рәйесе Олег Астахов тәғәйенләнде. Был хаҡта хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Бынан алдараҡ яңы мэрҙың хеҙмәт юлын ҡала дауаханаһында табип-нарколог булып башлауы тураһында яҙғайныҡ. 2003 йылда Күмертауҙа наркология диспансерын асыуға өлгәшкән. 2013 йылдан алып — ҡала дауаханаһы етәксеһе. 2016 йылда ҡала советы рәйесе итеп һайланған.