

Өфөлә Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһына 10 йыл тулыу айҡанлы тантаналы сара үтте.
Сарала ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Хәким ҡыҙы Иванова, министр урынбаҫары Ольга Николаевна Кабанова ла ҡатнашты. Улар үҙ эшен яратҡан, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы. Иң уңған белгестәргә маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Ленара Хәким ҡыҙы ун йыл элек ойошманы булдырғандағы ауырлыҡтар хаҡында иҫкә алып, бөгөн барыһы ла яйға һалынғанын билдәләп үтте. “Социаль хеҙмәткәр булыу – эш урыны ғына түгел ул. Бында тик күңел ҡушыуы буйынса эшләргә мөмкин”, – тине ул.
Социаль хеҙмәткәрҙәр үҙ эше хаҡында креатив видеояҙмалар әҙерләгән, уларҙа был эштең ҡатмарлығы ла, ҡыҙыҡлы яҡтары ла, мәрхәмәтле һәм рәхмәтле булыуы ла сағыла.