+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
25 Декабрь 2023, 06:09

Башҡорт ҡыҙы Азия чемпионы исемен яуланы

Шахматсылар Ләйлә Табермакова һәм Реана Кинйәбулатова ярыштарҙан ҡайтты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.

Башҡорт ҡыҙы Азия чемпионы исемен яуланыБашҡорт ҡыҙы Азия чемпионы исемен яуланы
Башҡорт ҡыҙы Азия чемпионы исемен яуланы

Шахматсылар Ләйлә Табермакова һәм Реана Кинйәбулатова ярыштарҙан ҡайтты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, улар тәүге тапҡыр Азия континенты чемпионатында сығыш яһаны, ә Ләйлә Табермакова шахмат буйынса Азия чемпионы исемен яуланы. Өфөнөң «Толпар» клубы тәрбиәләнеүсеһе 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар континент чемпионатында беренсе урынды алды.

«Ярыштар Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә уҙҙы. Ләйлә Табермакова Рәсәйҙең йыйылмаһы составында сығыш яһаны, шахматсыларыбыҙ Рәсәй флагы аҫтында уйнаны», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-12-25/shahmatistka-iz-bashkirii-stala-luchshey-v-chempionate-aziatskogo-kontinenta-3580312

Автор:
Читайте нас