+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
24 Декабрь 2023, 18:48

Мәкерле бурҙар тоҙағына эләкмәгеҙ!

Телефонға шылтыратыусы аферист-бурҙарға республикала йәшәүселәр тәүлек һайын уртаса 6 миллион һум аҡса күсерә. Алданыусылар араһында пенсионерҙар ғына түгел, төрлө һөнәр эйәләре, уҡытыусылар, табиптар, хатта фән докторҙары ла бар.

Мәкерле бурҙар тоҙағына эләкмәгеҙ!Мәкерле бурҙар тоҙағына эләкмәгеҙ!
Мәкерле бурҙар тоҙағына эләкмәгеҙ!

Телефонға шылтыратыусы аферист-бурҙарға республикала йәшәүселәр тәүлек һайын уртаса 6 миллион һум аҡса күсерә. Алданыусылар араһында пенсионерҙар ғына түгел, төрлө һөнәр эйәләре, уҡытыусылар, табиптар, хатта фән докторҙары ла бар. Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары, эске хеҙмәт генерал-майоры  Евгений Полтавец журналистар менән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе. Ул кибербурҙар кулланған алымдар хаҡында һөйләне.

 Мәкер тоҙағына эләгеүҙән нисек һаҡланырға? Ғәҙәттә, аферистар, шылтыратып, үҙҙәрен тәфтишсе, полицейский, федераль именлек хеҙмәте йә иһә Үҙәк банк хеҙмәткәре итеп таныштыра. Йәнәһе лә, улар һеҙҙең иҫәптә ятҡан аҡсаға хәүеф янауы хаҡында иҫкәртергә теләй. “Ундай шылтыратыуҙар була икән, телефонығыҙҙы шунда уҡ һүндерегеҙ! Бер ниндәй һөйләшеүҙәр алып бармағыҙ! Был мәғлүмәтте башҡаларға ла еткерегеҙ”,– ти министр урынбаҫары.

Ул шулай уҡ инвестициялар яһарға тәҡдим итеүселәргә ышанмаҫҡа өндәне. “Сим-картағыҙ иҫкергән, алмаштырырға ваҡыт”, – тип шылтыратыусылар менән дә әңгәмәгә инмәгеҙ! “Улығыҙ юл фажиғәһенә эләкте”, – тиеүселәр менән дә һөйләшмәгеҙ!” – тип кәңәш итә Евгений Алексеевич.

Аферистарҙан алданып, аҡсаларынан ҡолаҡ ҡағыусыларҙың 60 проценты – ирҙәр, 40 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар. 60 проценты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешеләр, 28 проценты – 65 йәштән өлкәндәр, 0,3 проценты – студенттар. Алданыусыларҙың 95 проценты телефон аша аҡса урлауҙың киң таралыуын яҡшы белгән, тик үҙҙәре был тоҙаҡҡа эләгәсәктәрен күҙ алдына ла килтермәгән.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас