+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Декабрь 2023, 02:55

Социаль фонд берҙәм пособиены оҙайтыу өсөн ғаризалар ҡабул итә

Декабрҙә берҙәм пособие түләү ваҡыты тамамланған ғаиләләр ай аҙағына тиклем 2024 йылда аҡса алыу өсөн Социаль фондҡа ғариза бирә ала.

Социаль фонд берҙәм пособиены оҙайтыу өсөн ғаризалар ҡабул итәСоциаль фонд берҙәм пособиены оҙайтыу өсөн ғаризалар ҡабул итә
Социаль фонд берҙәм пособиены оҙайтыу өсөн ғаризалар ҡабул итә

Декабрҙә берҙәм пособие түләү ваҡыты тамамланған ғаиләләр ай аҙағына тиклем 2024 йылда аҡса алыу өсөн Социаль фондҡа ғариза бирә ала.

Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһендә билдәләүҙәренсә, был ата-әсәләргә пособиены өҙлөкһөҙ алыу, уға хоҡуҡты раҫлау мөмкинлеген бирә.

Ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы, берҙәм пособие 12 айға тәғәйенләнә, һуңынан түләү туҡтатыла. Пособиены тағы бер йылға оҙайтыу өсөн яңынан ғариза яҙырға кәрәк. Быны алданыраҡ — түләү ваҡыты тамамланғанға тиклем бер ай эсендә башҡарырға мөмкин. 2023 йылдың ғинуарында пособие түләнә башлаған граждандар декабрҙә Социаль фондҡа ғариза менән мөрәжәғәт итә ала.

Пособиены оҙайтҡанда Социаль фонд ғаиләнең социаль ярҙамға мохтажлығын билдәләү өсөн уның килемен һәм мөлкәтен тикшерә. Күптәр бындай тикшереүҙе һиҙмәҫкә лә мөмкин, сөнки фонд кәрәкле мәғлүмәттәрҙе үҙаллы асыҡлай.

Әгәр ата-әсәләр пособиены декабрҙә оҙайтып өлгөрмәһә, улар ғаризаны һуңыраҡ бирә ала. Ул хуплау тапҡан осраҡта аҡса ғариза тапшырған айҙан түләнә.

Берҙәм пособие юллау өсөн ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында, Күп функциялы үҙәктә йәки Социаль фондтың теләһә ниндәй клиент хеҙмәтендә бирергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас