+30 °С
Болотло


Республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусылар көн һайын арта бара. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән тәүлектә яһил инфекция 545 ауырыуҙа раҫланған (кисә был һан – 531, өсөнсө көн 507 ине).
Әлеге ваҡытта дауаханала 283 сырхау ята, шуларҙың 134-е – 60 йәште уҙған кешеләр. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 3 564, 1 570-е – өлкән йәштәгеләр. Аҙаҡҡы тәүлектә зәһәр сирҙән 483 яҡташыбыҙ һауыҡҡан, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.
Фото “Башинформ”дан алынды.