+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Декабрь 2023, 06:49

Юлдарҙа – «Яңы йыл автобустары»

21 декабрҙән 29-ына тиклем «Башавтотранс» предприятиеһы «Яңы йыл автобусы» социаль акцияһын үткәрә. Бөгөндән Башҡортостан халҡы юлдарҙа байрамса биҙәлгән «Яңы йыл автобустары»н күрергә мөмкин.

Юлдарҙа – «Яңы йыл автобустары»Юлдарҙа – «Яңы йыл автобустары»
Юлдарҙа – «Яңы йыл автобустары»

21 декабрҙән 29-ына тиклем «Башавтотранс» предприятиеһы «Яңы йыл автобусы» социаль акцияһын үткәрә. Бөгөндән Башҡортостан халҡы юлдарҙа байрамса биҙәлгән «Яңы йыл автобустары»н күрергә мөмкин.

Акция барған көндәрҙең береһендә предприятиеның һәр филиалы автобустарында пассажирҙарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы аласаҡ, улар яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлаясаҡ, балаларға һәм үҫмерҙәргә тәм-том бүләк итәсәк.

«Башавтотранс»тың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, «Яңы йыл автобусы» акцияһы пассажирҙарҙың һәм республика халҡының байрам кәйефен күтәреү өсөн уҙғарыла. Әлеге сараны илдә «Рәсәй водителдәре» йәмәғәт ойошмаһы үткәрә.

Сығанаҡ: «Башинформ». 

Автор:
Читайте нас