+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Декабрь 2023, 04:58

Ауырғазы ҡыҙы Ҡытайҙа матурлыҡ конкурсында ҡатнаша

7 декабрҙән 25-енә тиклем Ҡытайҙа Miss Tourism World-2023 халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы үткәрелә. Башҡортостандан ошо абруйлы конкурста «Мисс Республика-2022» титулын яулаған Алина Ризуанова сығыш яһай. 

Ауырғазы ҡыҙы Ҡытайҙа матурлыҡ конкурсында ҡатнашаАуырғазы ҡыҙы Ҡытайҙа матурлыҡ конкурсында ҡатнаша
Ауырғазы ҡыҙы Ҡытайҙа матурлыҡ конкурсында ҡатнаша

7 декабрҙән 25-енә тиклем Ҡытайҙа Miss Tourism World-2023 халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы үткәрелә. Башҡортостандан ошо абруйлы конкурста «Мисс Республика-2022» титулын яулаған Алина Ризуанова сығыш яһай. 

Һылыуҡайға 23 йәш, ул Ауырғазы районында тыуып үҫкән, Өфө фән һәм технологиялар университеты магистранты.

- Унда төрлө илдәрҙән 62 ҡыҙ ҡатнаша. Алина Башҡортостанды күрһәтә, төбәктәр исеменән сығыш яһаусылар беҙ һәм Ҡытайҙың ике төбәге генә, ҡалғандары - илдәр, - ти модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.

Конкурс ваҡытында проектта ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләнгән: фотоға төшөү, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ төрлө сараларҙа ҡатнашыу.

Гүзәллек конкурсы бик күп артистар һәм тамашасылар ҡатнашлығында, ил хөкүмәте булышлығында уҙғарыла.

Сығанаҡ: «Башинформ».

 

 
 
Автор:
Читайте нас