+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Декабря 2023, 03:40

Торлаҡ төҙөлөшө арта

Башҡортостанда 2023 йылдың 11 айында 2,79 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, тип хәбәр итәләр Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенән.

Торлаҡ төҙөлөшө артаТорлаҡ төҙөлөшө арта
Торлаҡ төҙөлөшө арта

Башҡортостанда 2023 йылдың 11 айында 2,79 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, тип хәбәр итәләр Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенән.

Күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4 процентҡа юғарыраҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индереү күләменә сығыу мөмкинлеге бар.

Ғинуар-ноябрь айҙарында шәхси төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 1,84 миллион квадрат метр тәшкил иткән. Был – дөйөм майҙандың 65,9 проценты.

Торлаҡты сафҡа индереү күрһәткесе буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында 8-се, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 2-се урынды биләй.

Автор:
Читайте нас